Ҡышлауыма ҡайтам. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡышлауыма ҡайтам

Ҡышлауыма ҡайтам



Йәйләүҙәрҙән ҡайтыр мәлдәр етә,
Ерҙәр йылы йәйгә туйынды.
Саңдауҙарҙан-саңдауҙарға сабып
Йыйнаулайым йылҡым-ҡуйымды.
Ваҡ малҡайым уңған: ишле-ҡушлы,
Йәйләүестәр һыймай кәртәгә,
Ал бирмәгән тоғро юртағымды
Индерергә ваҡыт тәртәгә.
Еккеләрем, менгеләрем байтаҡ.
Юрғам килеп терәй иренен,
Аҡһаҡ-туҡһаҡ, сабан-үшәндәрем
Юшап йөрөй ситтә, иренеп.
Юрғаҡайым, күҙең шундай моңһоу,
Хаҡлы-хаҡһыҙ, ахыры, йыш ҡаҡтым:
Яҡшы малым күҙҙән ситтә ҡалды,
Гел ҡурсыным, йәлләп, аҡһаҡты.
Һанға алдым зәғифтәрен генә,
Бәпләп-таҫлап үрҙем ялдарын,
Тиргәнем дә торҙом үҙ-үҙемде,
Уңманы, тип, тотҡан малдарым.
Төҫ инмәҫкә төҫ индермәк мәлдә
Төҫһөҙләнеп бөткән төҫлөһө,
Быуындары бушап, миктәгән бит -
Тарта алмай йөгөн көслөһө.
Йылҡылдап та торор йылҡыларым,
Ҡул етмәгәс, бер аҙ ҡырағай,
Ҡолондары, мине танымаҫтан,
Сабып китә тырым-тырағай.
Күҙҙәремә ҡара ҡылау һалған
Ғәрип малдың һуҡыр ҡайғыһы.
Нимә йыйнап ҡайтам инде бөгөн,
Ҡышлауыма инер ҡайһыһы?
Ҡыуып алып киләм һәммәһен дә,
Баш тарталмам һис бер атымдан.
- Һиндәге мал миндә булһамы...-тип
Мығырҙана кемдер артымдан.


2012